Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә бөгөндән ауыр йөк машиналары хәрәкәте сикләнә

Йәмғиәт

Өфө юлдарында ауыр йөк машиналары хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү бөгөндән, 27 марттан, ғәмәлгә инде. Ай дауамында, 25 апрелгә ҡәҙәр, күсәренә төшкән ауырлыҡ билдәләнгән норманан артҡан хәлдә, автомобилдәр дөйөм файҙаланыуҙағы ҡаты япмалы юлдарҙан йөрөй алмаясаҡ. Бындай сикләү, юл япмаһын һаҡлап ҡалыу маҡсатында, ғәҙәттәгесә, яҙғы юл өҙөклөгө осоронда индерелә.

Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, бындай сикләү автобустар менән пассажирҙар ташыуға, халыҡ-ара кимәлдәге йөктәрҙе, аҙыҡ-түлек, мал-тыуар, дарыу препараттары, яғыулыҡ, орлоҡ фонды, ашламалар, почта һәм почта йөгөн ташыуға, стихиялы бәлә-ҡазалар һәм башҡа төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә кәрәкле йөктәрҙе ташыуға, автомобиль юлдарында авария-тергеҙеү һәм ремонт эштәрен үткәреүҙә ҡулланылған юлдар төҙөү һәм юлдарҙы эксплуатациялау техникаһы һәм материалдарын транспортлауға, шулай уҡ федераль закон менән хәрби хеҙмәт ҡаралған федераль башҡарма власть органдарының транспорт сараларына ҡағылмай.

Башҡа ауыр йөк машиналары бик кәрәк булғанда дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙан йөрөй ала. Тик бының өсөн алдан юл япмаһына килтереләсәк зыянды ҡапларға кәрәк буласаҡ. Өфөлә юл йөрөүгә махсус рөхсәт ҡағыҙҙарын ҡала хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы бирә.

Федераль трассаларҙың Башҡортостан аша үткән участкаларында бындай тыйыу –  1 — 30 апрелдә, ә республика әһәмиәтендәге юлдарҙа 6 апрелдән 5 майға тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть