Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә йәштәр эшҡыуарлығы буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторола

Иҡтисад

Шаршамбы, 28 мартта, Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре  сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһында йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүҙәге көнүҙәк проблемалар» темаһына түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Унда БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев ҡатнашасаҡ. Ул йәштәргә 2012 йылға Башҡортостан Республикаһында Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы сиктәрендәге йәштәр йүнәлеше тураһында һөйләйәсәк, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йылға иҫәпләнгән Программа сиктәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн яңы ярҙам саралары ҡаралған. Старт-ап төрөндәге субсидияларҙы һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары һәм уларҙы тамамлаусылар ала аласаҡ, тип планлаштырыла. Был ярҙам төрө  «Стартҡа хоҡуҡ» программаһы нигеҙендә бойомға ашырыласаҡ.

Түңәрәк өҫтәлдә яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн заманса IT-технологияларҙы ҡулланып консультациялар биреүҙең яңы алымдары тураһында һүҙ алып барыласаҡ. Бизнес-мөхит булдырыу яңы эш башлаусы бизнесмендарҙы үҙ эшен алып барыуға өйрәтеүҙе талап итә, был иһә үҙ сиратында республикала эшҡыуарҙар иҫәбенең артыуына булышлыҡ итергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть