9 декабрь, Йома

26 март 2012 йыл, 17:41

Өфөлә Халыҡ лекторийы үтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өсөнсө быуын «студенттарының» Халыҡ лекторийы уҡытыусылары менән осрашыуы 29 мартта Өфөлә үтәсәк. Ул «2011-2013 йылдарға «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы ярҙамында үткәрелә.

«Башинформ» агентлығына Рәсәй дәүләт социаль университеты Өфө социаль белем биреү институтының кафедра доценты Айгөл Ғарипова хәбәр итеүенсә, лекторий программаһы Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова менән осрашыуҙан башланасаҡ, ул республика социаль проекттарын тормошҡа ашырыу, пенсионерҙарҙы һәм инвалидтарҙы борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләйәсәк.

Артабан Өсөнсө быуын халыҡ университетының Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса клубының презентацияһы үтәсәк. Өсөнсө быуын халыҡ университетында ул Өфөнөң Халыҡҡа социаль ярҙам идаралығы ярҙамында асыла.

Бынан һуң ололар медицина фәндәре докторы, РФ Медицина-техник фәндәр академияһы, шулай уҡ Халыҡ-ара фәнни асыштар һәм эшләнмәләр авторҙары академияһы академигы профессор Раиса Татаринцева менән осрашасаҡ.