11 декабрь, Йәкшәмбе

26 март 2012 йыл, 16:32

«Өфө» аэропортынан бөгөн Прагаға даими рейстар асылды

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында бөгөн иртән Праганан беренсе даими рейстың пассажирҙарын ҡаршы алдылар. «Чех аэролиниялары» авиакомпанияһы самолетында Башҡортостандың баш ҡалаһына солистары Эндрю Дональдс менән бөтә донъяға билдәле «Энигма» төркөмө килде. Чехияның баш ҡалаһына иһә ошо уҡ самолет менән 90-дан ашыу пассажир юлланды.

— Беҙҙең өсөн Прагаға рейс асылыуы – оҙаҡ көтөлгән ҙур ваҡиға. Ул йәйге осоштар теҙмәһенә күсеү ваҡыты менән тап килде һәм бер үк ваҡытта миҙгелдең яңылығы кеүек ҡабул ителде, -  тине «Өфө» аэропортының маршрут-транспорт селтәрен перспективалы үҫтереү хеҙмәте начальнигы Денис Никитин. — «Чех аэролиниялары» авиакомпанияһы менән йылдан ашыу һөйләшеү алып барылды, һәм бына хәҙер Өфө менән Праганы даими авиарейстар бәйләйәсәк.

«Прага – Өфө – Прага» маршруты буйынса рейстар аҙнаһына ике тапҡыр – дүшәмбе һәм кесаҙна һайын — бөтә уңайлыҡтары булған Airbus-319 самолетында башҡарыласаҡ. Осош ваҡыты – 4 сәғәт 35 минут. Киләсәктә рейстар йышлығы аҙнаһына өс тапҡырға еткереләсәк.

Денис Никитин әйтеүенсә, Прагаға осорға теләүселәр ярайһы күп. Кесаҙнала буласаҡ икенсе рейсҡа 120-гә яҡын билет һатылған. Прага аэропорты – ул 100-ҙән ашыу рейсты тоташтырыусы ҡеүәтле хаб.

Өфө аэропорты вәкиле хәбәр итеүенсә, май аҙағында Өфөлә Австрия яғы виза үҙәге асырға ниәтләй, унда Европаға виза алып буласаҡ. Шулай итеп, Прагаға сәфәрҙе бойомға ашырыу тағы ла еңелләшәсәк.

«Czech Airlines» авиакомпанияһы Европалағы иң тәүге компанияларҙан һанала: ул 1923 йылдан пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнә. «Чех аэролиниялары» авиапаркында бөгөнгө көндә Airbus, Boeing һәм ATR кеүек өс типтағы 38 заманса самолет бар.