10 декабрь, Шәмбе

26 март 2012 йыл, 16:24

Өфө уҡыусылары 435 ағасты һаҡлап ҡалды

автор: Галина Бахшиева

«Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» акцияһының сираттағы этабы барышында Өфөнөң Киров районы мәктәп уҡыусылары 31 тоннанан ашыу макулатура йыйҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акция Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән йылдың ноябрендә башланғайны.

«Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова һүҙҙәренсә, акцияның төп үҙенсәлеге макулатура йыйыуҙа, йыйылған сеймалды мәктәптәрҙән «Тәбиғәт» махсус автомобиле – экомобиль үҙе килеп ала. Бынан тыш, ҡала мәктәптәрендә был темаға листовкалар таратыла, шулай уҡ экология дәрестәре үткәрелә.

— «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» акцияһының төп маҡсаты — балаларға бындай сеймалды рациональ файҙаланыу һәм ҡайтанан эшкәртеү кәрәклеген күрһәтеү, ҡаланы таҙартыу  эшмәкәрлегенә уҡыусыларҙы йәлеп итеү, — тине Альбина Шәмсетдинова.

Әйткәндәй, бер тонна ҡағыҙ дүрт кубометр самаһы ағасты, икенсе төрлө әйткәндә, биш ҙур ағасты һаҡлап ҡала.

Шулай итеп, Өфөнөң биш районы (Октябрь, Ленин, Дим, Совет һәм Киров) буйынса «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» акцияһының дөйөм һөҙөмтәһе киләһесә: 87,4 тонна йыйылған макулатура, был 435 ағасҡа тиң.

Тәбиғәтте һаҡлау акцияһының киләһе этабы Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондарында дауам итәсәк.