3 декабрь, Шәмбе

26 март 2012 йыл, 15:25

Боксер Сабир Сөләймәнов Башҡортостан мосолмандары менән осрашты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратында билдәле йәш боксер Сабир Сөләймәнов менән осрашыу үтте. Дуҫтарса мөхиттә спортсы Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге вәкилдәре менән аралашты.

Һөйләшеү барышында Сабир Сөләймәнов спорттағы ҡаҙаныштары һәм киләсәккә пландары менән бүлеште. Үҙенең игеҙәге Хәбир Сөләймәнов хаҡында ла һөйләне. Ул Америка Ҡушма Штаттарында һәм Мексикала профессиональ көрәштәр үткәрә, уларҙың яртыһын нокаут менән еңә.

Үҙ сиратында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов боксерға ислам нигеҙҙәре хаҡында һөйләне һәм Сөләймәновтарға ғәжәйеп уңыштары өсөн хөрмәтен белдерҙе. Диндең сәләмәт тормош алып барырға ҡушыуын билдәләне.

Осрашыу аҙағында боксер йәш мосолмандар өсөн оҫталыҡ дәрестәрен үткәрергә һүҙ бирҙе.