Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Өфөлә I «Урал ауазы» Халыҡ-ара конкурс-фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

«Урал ауазы» («Зов Урала») Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурс-фестивале «Сочи-2014» мәҙәни олимпиадаһы ҡарамағында Өфөлә 26-30 мартта үтәсәк.

Конкурста Төркиә, Франция, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Татарстан, Ҡалмыҡстан, Тыванан профессиональ ансамблдәр һәм урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары оркестрҙары ҡатнаша. Киров, Омск, Силәбе, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Учалы һәм Октябрьский ҡалаларынан ансамблдәр үҙ оҫталыҡтарын күрһәтергә килгән.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың сығыштарына Рәсәйҙән, республиканан һәм яҡын сит илдәрҙән профессиональ жюри баһа бирәсәк. Жюри рәйесе – Рәсәйҙең халыҡ артисы, В.В.Андреев исемендәге дәүләт академия рус халыҡ оркестрының художество етәксеһе һәм дирижеры Дмитрий Хохлов (Санкт-Петербург). Бәйгене ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Х.Ф.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, төбәктең Милли халыҡ инструменттары оркестры сығыш яһай. Конкурс-фестивалдең художество етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, төбәктең Милли халыҡ инструменттары оркестры дирижеры Рәмил Ғәйзуллин.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, һуңынан төрки халыҡтарҙың милли инструменттары йыйылма оркестры булдырыласаҡ.

Гала-концерт 30 мартта 19 сәғәттә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть