Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Сибайҙа «Фронт әхирәттәре» клубында ҡатнашыусылар тәбрикләнде

Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Балалар сәнғәте мәктәбендә «Фронт әхирәттәре» хәрби-патриотик клубы ағзалары менән осрашыу кисәһе үтте. Сараны урындағы йәмәғәт эшмәкәре Рафаил Йософбаев ойошторҙо, тип хәбәр иттеләр ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Рафаил Йософбаев ҡатын-ҡыҙҙарға – фронт әхирәттәре берләшмәһе ағзаларына рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте, сараға йыйылыусыларҙы фотоһүрәттәрҙә сағылдырылған клуб тарихы менән таныштырҙы. Шулай уҡ ун йыл дауамында клубта хәрби йырҙар башҡарыусы Оксана Бабошкина концерт номерҙары менән сығыш яһаны.

Һуғышта ҡатнашыусылар фронттағы хәлдәр тураһында һөйләне. Осрашыуға йыйылыусылар һуғыш яланынан ҡайтмаған һәм һуғыштан һуң һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Киләһе осрашыу май байрамдарына билдәләнгән. Сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе егет һәм ҡыҙҙар «Фронт әхирәттәре» клубы өсөн концерт номерҙарын күрһәтергә ниәтләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть