10 декабрь, Шәмбе

26 март 2012 йыл, 13:10

Баш ҡалала Халыҡ-ара йәш селекционерҙар мәктәбе асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми тикшеренеү институтында Сабирйән Ҡунаҡбаев исемендәге Халыҡ-ара йәш селекционерҙар мәктәбе эшләй башланы. Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының ғилми үҙәктәренән 50-нән ашыу йәш ғалим Өфөгә форумда ҡатнашыу өсөн кигән.

— Быйыл йәш селекционерҙар мәктәбе ун өсөнсө тапҡыр үткәрелә, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми тикшеренеү институты директорының фәнни эшмәкәрлек буйынса беренсе урынбаҫары Әхмәт Сәхибгәрәев.

Уны үткәреү урыны итеп Башҡортостан осраҡлы ғына һайланмаған. Тап беҙҙең төбәктә илдә тәүгеләрҙән булып ужым бойҙайы сорты сығарылған. Сабирйән Ҡунаҡбаев сығарған «Сулпан» ужым арышы – Рәсәйҙә иң популяр сорттарҙың береһе. Башҡортостан ғалимдары Рәсәйҙә селекция эше буйынса бөгөн дә иң юғары күрһәткестәргә эйә.

Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми тикшеренеү институты, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм башҡа ғилми учреждениеларҙан билдәле ғалимдар, Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре йәш ғалимдарҙы селекция, орлоҡсолоҡ, генетика, биохимия һәм үҫемлектәр физиологияһы, ауыл хужалығы микробиологияһы һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау өлкәһендәге яңы эшләнмәләр менән таныштырасаҡ. Мәктәп эшендә Украина һәм Белоруссия вәкилдәре лә ҡатнаша.

Йәш селикционерҙар мәктәбе 30 мартҡа тиклем эшләйәсәк.