8 декабрь, Кесе йома

26 март 2012 йыл, 12:55

«Китап» нәшриәте «Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады» фотоальбомының презентацияһын үткәрә

автор: Любовь Колоколова

30 мартта Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең магазинында (Октябрь проспекты, 2) Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреатының тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан сыҡҡан «Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады» фотоальбомының презентацияһы үтәсәк.

Был уникаль баҫмаға шағирҙың әҫәрҙәре, көндәлектәренән өҙөктәр, автографтар, замандаштарының хәтирәләре, архив документтары, шулай уҡ ғаилә альбомынан фотографиялар ингән.

Сараны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, был көндө яҙыусылар Ирек Кинйәбулатов, Рауил Бикбаев, Хәсән Назар, шағирҙың ҡыҙы һәм улы менән осрашыу планлаштырылған.

Башлана — сәғәт 12-лә.