10 декабрь, Шәмбе

26 март 2012 йыл, 12:40

Республикала ташҡынға әҙерлек алып барыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Йылғалар ташыуға ла һанаулы көндәр ҡалды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Закир Хужахмәтов әйтеүенсә, ваҡиғалар иң насар сценарий буйынса үҫешһә, быйыл яҙ 61 тораҡ пунктты, шул иҫәптән ике ҡаланы – Өфө һәм Стәрлетамаҡты һыу баҫыуы ихтимал. Йәмғеһе өс меңдән ашыу торлаҡ йорт хәүефле зонала ҡала.

— Зыян күргән халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пукнттары әҙерлек хәленә килтерелде,— тине Закир Хужахмәтов. — Район һәм ҡала хакимиәттәре менән профилактик эштәр алып барыла. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре составында ете меңгә яҡын кеше һәм өс меңдән ашыу техника берәмеге иҫәпләнә.

Әлеге ваҡытта төбәктә республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы булдырылған, яуаплы кешеләр билдәләнгән. Бер нисә ойошма һәм ведомство алдында махсус саралар үткәреүгә бәйле бурыстар ҡуйылған. Апрель башында 2012 йылғы ташҡын менән көрәшкә йәлеп ителгән саралар һәм көстәрҙең әҙерлеге тикшереләсәк.

темалар: ташҡын