6 декабрь, Шишәмбе

26 март 2012 йыл, 12:26

Урал аръяғында үткәреләсәк тирә-яҡ мөхитте һаҡлау сараларына 282 млн һум бүленәсәк

автор: Галина Бахшиева

2011 – 2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта срклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республиканың сәнәғәт предприятиелары менән 282 млн һумдан ашыу суммаға тәбиғәтте һаҡлау саралары үткәреү планлаштырылған. Планда «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бысранған ерҙәрен санациялау, шулай уҡ Төйәләҫ ятҡылығының карьер һыуҙарын таҙартыу ҡаралған.  

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, әлеге ваҡытта Урал аръяғының руда сығарыусы предприятиелары тарафынан тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҙур күләмдәге эштәр башҡарыла.

Предприятиеларҙан килгән юғары минерализациялы һыуҙар башлыса бәләкәй йылғаларға аға, улар гидрологик шарттар буйынса имен булмаған йылғалар иҫәбенә ҡарай. Юғары радиация фоны менән берлектә былар барыһы ла Урал аръяғы йылғаларының ғәйәт ныҡ бысраныуына килтерә.