Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↑

EUR 69.47 ↓

25 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй Машина эшләүселәр союзы журналистарҙы конкурста ҡатнашыуға саҡыра

Иҡтисад

Рәсәй Машина эшләүселәр союзы РФ Журналистар союзы менән берлектә киң мәғлүмәт саралары араһында машина эшләүселәр тематикаһы буйынса IV Бөтә Рәсәй мәҡәләләр конкурсы иғлан итә.

Конкурс Рәсәй һәм халыҡ-ара йәмәғәтселегенә илдә машиналар эшләү тармағындағы модернизация барышы тураһында мәғлүмәт биреү, шулай уҡ техник профессияларҙы популярлаштырыу һәм тармаҡҡа йәш белгестәрҙе йәлеп итеү маҡсатында ойошторола.

2012 йылдың 1 ғинуарынан 31 авгусына тиклем донъя күргән машина эшләү тематикаһына арналған мәҡәләләр йәки мәҡәләләр серияһы конкурсҡа ҡабул ителә.

Лицензиялы киң мәғлүмәт сараларының һәм интернет-баҫмаларҙың, мәғлүмәт агентлыҡтарының, радиостанциялар һәм телеканалдарҙың журналистары, шулай уҡ штаттан тыш авторҙар конкурста ҡатнашыуға саҡырыла. Конкурста Рәсәй һәм сит ил киң мәғлүмәт сараларының авторҙар коллективы ла, айырым авторҙар ҙа ҡатнаша ала.

Материалдарҙы press@soyuzmash.ru адресына (электрон версиялар өсөн) йәки түбәндә бирелгән адресҡа ебәрергә кәрәк: 101990, Москва, ул. Покровка, 22, стр.1. Бәйләнеш өсөн телефон: +7 495 781 11 04, өҫтәп 258, 256, 257.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть