7 декабрь, Шаршамбы

26 март 2012 йыл, 10:51

Ауыр йөк машиналарына юл йөрөүгә миҙгелле сикләү индерелә

автор: Ольга Мортазина

Яҙғы өҙәрем юл осоронда, 27 марттан 25 апрелгә тиклем, республика ҡалаларында 11 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы йөк машиналарына юл йөрөүгә сикләүҙәр индерелә. Юл йөрөүгә рөхсәт алыу өсөн тәүҙә юл япмаһына килтереләсәк зыянды ҡапларға тура киләсәк. Бындай документтарҙы Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы бирә. «Башҡортостан Республикаһының башҡа төрлө юл ойошмаларына, ведомтсволары һәм муниципаль  берәмек хакимиәттәренә рәхсәт ҡағыҙҙары биреү ҡәтғи тыйыла», — тип билдәләнеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы матбуғат хеҙмәтендә. Сикләү юлдарҙы ремонтлау хеҙмәттәренә, пассажирҙар, почта һәм дарыуҙар ташыусы транспортҡа ғына ҡағылмай.  

Республика территорияһы аша үткән М5 «Урал», М7 «Мәскәү-Өфө», Р-240 «Өфө- Ырымбург федераль трассаларында ла сикләү индерелә. 2012 йылдың 1 апреленән 30-ына тиклем «Күсәргә төшкән йөктө сикләү» билдәләре ғәмәлдә буласаҡ. Бушлай махсус рөхсәт ҡағыҙҙары  «Федераль юл агентлығының Һамар – Өфө -  Силәбе автомобиль магистрале идаралығы» федераль дәүләт учреждениеһы тарафынан бирелә. Халыҡ-ара йөк ташыуҙар өсөн рөхсәт алыу талап ителмәй, тип хәбәр итте БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәре Линар Зиннуров.