Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.12 ↑

EUR 69.76 ↓

21 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Яңауыл халҡы Радик Гәрәев исемендәге конкурстың гала-концертын яратып ҡабул итте

Йәмғиәт

Яңауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурстың гала-концерты ҙур уңыш менән үтте. Сарала конкурста еңеүселәр ҡатнашты, улар Өфө сәнғәт училищеһының «Йәшлек» эстрада-симфоник оркестрына ҡушылып Р.Гәрәев репертуарынан йырҙар башҡарҙы. Оркестрҙың художество етәксеһе һәм дирижеры, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «Баш ҡала ҡаҙаныштары» титулын яулаусы Фәнзир Ниғмәтйәнов билдәле йырсы Радик Гәрәев ҡасандыр башҡарған популяр йырҙарҙан программа әҙреләгән.

Был конкурста Гран-при яулаусы сәнғәт училищеһы студенты Айнур Вәлмөхәмәтовтың сығышын тамашасылар яратып ҡабул итте. Ул «Уралым» башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республиканың халыҡ артисы, профессор, Башҡортостан дәүләт опера һәм балет театрының баш хормейстеры Эльвира Ғәйфуллина етәкселегендәге жюри конкурста ҡатнашыусыларҙың һәләтен юғары баһаланы. Яңауыл халҡы был музыкаль бәйгегә республика статусын бирергә хыяллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть