11 декабрь, Йәкшәмбе

26 март 2012 йыл, 10:26

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереү планлаштырыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда былтыр бөтә төр финанслау сығанаҡтарынан 23,5 мең фатир төҙөлгән һәм ике миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был 2010 йылдағына ҡарағанда биш процентҡа күберәк. Индивидуаль төҙөүселәр менән дөйөм майҙаны 1,5 млн квадрат метрға тиң торлаҡ йорт төҙөлгән. Был турала торлаҡ баҙарын финанслау мәсьәләләре буйынса БР Милли банкында үткән түңәрәк өҫтәл барышында БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Григорий Невоструев хәбәр итте. Был сара «Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат» Бөтә Рәсәй банк-ара конференцияһы сиктәрендә үтте.

Григорий Невоструев әйтеүенсә, Дәүләт комитеты менән торлаҡ төҙөлөшөн артабан әүҙемләштереү буйынса өҫтөнлөклө бурыстар планлаштырылған. Иң тәүҙә был бөтә республика буйынса комплекслы төҙөлөш өсөн яңы территориялар үҙләштереүгә бәйле пландарҙы тормошҡа ашырыу тигән һүҙ.

Бынан тыш, тәү сиратта торлаҡ биналарға мохтаж тип табылған бөтә төр граждандар категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү эштәренә иғтибар бирергә кәрәк. Торлаҡ төҙөү,  социаль һәм инженерлыҡ инфраструктураһы объекттары төҙөлөшөн  тәьмин итеү буйынса бурыстар билдәләнгән ваҡытта һәм тулы күләмдә үтәлергә тейеш.

Түңәрәк өҫтәлдә йәнә ипотека кредитлауы буйынса төрлө программалар ҡаралды.