4 декабрь, Йәкшәмбе

26 март 2012 йыл, 9:33

Метеорологик яҙ Башҡортостанға апрелдә киләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Йылы көндәр Башҡортостанға апрелдә киләсәк. Үҙгәреүсән һауа торошо республикала 3-4 апрелгә тиклем һаҡланасаҡ. Был хаҡта Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте.

— Әлеге һауа торошо ҡышҡы төргә ҡарай, — тине ул. – Беҙгә метеорологик түгел, ә календарь буйынса һәм астрономик яҙ ғына килде. Яҙға күсеү 4-8 апрелдә күҙаллана.

Тап киләһе айҙың башында ҡар иреп, һыу таша башлаясаҡ.

Төбәктә көндәр апрелдең һуңғы декадаһында ғына йылынасаҡ, тип билдәләне Анна Козаева.

Уртаса тәүлек һауа температураһы апрелдә — плюс 3-5 градус, майҙа – плюс 11-14 градус, июндә плюс 16-19 градус тәшкил итәсәк.

темалар: һауа торошо