5 декабрь, Дүшәмбе

26 март 2012 йыл, 8:45

Рөстәм Хәмитов Бөрйән районында булды

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

24 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бөрйән районында булды, районды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Яңы Собханғол ауылында төбәк башлығы урындағы мәктәп торошона баһа бирҙе. 1966 йылда төҙөлгән бина ныҡ иҫкергән һәм ул капиталь ремонт талап итә. Рөстәм Хәмитов уҡытыу бүлмәләрендә булды һәм уҡытыусылар менән аралашты. Республика Президенты уҡыусыларҙың уңыштары хаҡында ҡыҙыҡһынды һәм яңы бина төҙөү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Мәктәптә Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдарынан 82 бала белем ала.

Бөрйән районында Рөстәм Хәмитов шулай уҡ «Морат туғайы» туристик ял йортонда булды, ул Шүлгәнташ мәмерйәһенән өс километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Был хаҡта Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ял базаһы ике йыл элек төҙөлә башлаған, әммә финанс мәсьәләһе арҡаһында 2011 йылда төҙөлөш эштәре туҡтатылған. Йәмғеһе 37 миллион һум тотонолған, төҙөлөштө тамамлау өсөн йәнә 40 миллион һум аҡса кәрәк. Ял итеү базаһы 92 урынға иҫәпләнгән. Рөстәм Хәмитов туристик комплексты артабан үҫтереү мәсьәләһен үҙ контроле аҫтына алды. Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән «Морат туғайы» кемпингы Бөрйән районы муниципалитеты ҡарамағында иҫәпләнә.

Бынан тыш, Иҫке Собханғол ауылында Президент «Бөрйәнлеспром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. Фабрика ағас әҙерләү һәм мебель эшләү өсөн материалдар етештереү менән шөғөлләнә. Рөстәм Хәмитов предприятиеның финанс хәле менән ҡыҙыҡһынды. Һуңғы иҡтисади күрһәткестәр буйынса, рентабеллек әлегә бер процент тәшкил итә. Предприятие етәкселеге етештереү күләмдәрен арттырыу һәм яңы ҡорамалдар һатып алыу иҫәбенә балансты яҡшыртырға планлаштыра.

Рөстәм Хәмитовтың Бөрйән районын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса сығышының стенограммаһы менән Башҡортостан Президентының рәсми сайтында танышырға була.