6 декабрь, Шишәмбе

23 март 2012 йыл, 17:14

Республика аграрийҙары 23 мең тоннанан ашыу элиталы орлоҡ алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан аграрийҙары быйыл яҙ сәсеү өсөн 23682 тонна элиталы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо һатып алды, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Был пландың 58 проценты. Аграр ведомство ауыл эшсәндәренә сорт яңыртыу менән әүҙемерәк шөғөлләнеү бурысын ҡуя.

Орлоҡто перспективалы сорттарҙың элиталыһына алмаштырыу менән бөгөн орлоҡ репродукторҙары булған райондарҙа яҡшыраҡ шөғөлләнәләр. Былар Ауырғазы (1500 тонна йәки 130%), Балтас (1044 тонна йәки 179%), Балаҡатай (500 тонна йәки 129%), Борай (1100 тонна йәки 118%), Дүртөйлө (2790 тонна йәки 215%), Иглин (620 тонна йәки 155%), Илеш (1792 тонна йәки 141%), Кушнаренко (895 тонна йәки 100%), Нуриман (240 тонна йәки 171%), Салауат (305 тонна йәки 130%), Стәрлетамаҡ (1600 тонна йәки 101%), Туймазы (1350 тонна йәки 123%) һәм Саҡмағош (1274 тонна йәки 124%) райондары.

Сорт яңыртыуға дәүләт ҙур ярҙам күрһәтә. Элиталы орлоҡ һатып алыу федераль кимәлдә лә, республика кимәлендә лә субсидиялана. 2012 йылда Башҡортостан аграрийҙары был маҡсатҡа федераль бюджеттан 56 млн һумға яҡын аҡса аласаҡ, республика ҡаҙнаһынан 35 млн һум самаһы бүленәсәк.