Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә инвалид балалар өсөн мини-стадион төҙөүгә аҡса йыйыу дауам итә

Йәмғиәт

Өфөнөң Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды инвалид балалар өсөн мини-стдион төҙөүгә тинлектәр, ваҡ аҡса, йыйыуҙы дауам итә.

22 һәм 23 мартта сәғәт 10-дан 18-гә тиклем «ПАРАМАРАФОН» мәрхәмәтлек проектына ярҙам итергә теләгән һәр кеше Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фондының офисына килеп (Комсомол урамы,35), ваҡ аҡса ҡалдыра ала.

Ойошмала аңлатыуҙарынса, был проектты тормошҡа ашырыуҙың ике этабы дауамында унда 30 меңгә яҡын өфөлө ҡатнашҡан һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсуслаштырылған спорт ҡаласығы төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән.

Бөгөнгө көндә 160 мең һумдан ашыу ваҡ аҡса йыйылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, спорт майҙансығы Өфөнөң Инвалид балаларҙы реабилитациялау үҙәге биләмәһендә төҙөлә (Фаборика урамы, 22). Унда 20 йылға яҡын Башҡортостан Инвалид балаларҙың ата-әсәләре ассоциацияһы эшләп килә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть