Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнән Урал аръяғы райондарына почта ташыу ваҡыты ҡыҫҡара

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының етәкселеге  Урал аръяғы райондарына почта ташыу өсөн тимер юл транспортын автомобиль транспортына алмаштырырға ҡарар итте. Был бик рациональ ҡарар, сөнки логистиканы камиллаштырыу Урал аръяғы райондарына корреспонденция һәм почта йөгөн ташыу ваҡытын ҡыҫҡартыуҙан тыш, «Рәсәй Почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалының сығымдарын кәметергә мөмкинлек биргән.

50 йылдан ашыу Белорет, Сибай, Баймаҡ ҡалаларына, шулай уҡ Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән һәм Учалы райондарына почта ташыу тимер юл аша «Өфө – Сибай» поезының почта вагоны ярҙамында тормошҡа ашырылған. Почта менән алмашыу поезд расписаниеһына бәйле булған. Өфөнән Урал аръяғы райондарына почта ташыуҙың яңы ысулы иһә кореспонденция һәм матбуғат баҫмаларын алып барып еткереү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә, тип билдәләйҙәр Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығында.

Проект әле ғәмәлгә ашырыу өҫтөндә. Почта элемтәһе идаралығы өҫтәмә маршруттар һалырға, почта бәйләнешен һөҙөмтәлерәк итеү маҡсатында логистиканы уңайлыраҡ итергә ниәтләй. Әммә күрелгән сараларҙың халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биреүе бөгөндән билдәле. «Рәсәй почтаһы» өсөн тап ошо төп маҡсат булып тора ла инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть