7 декабрь, Шаршамбы

23 март 2012 йыл, 16:08

Өфөнөң Орджоникидзе районы 60 йыллығын билдәләйәсәк

автор: Любовь Колоколова

Өфөнөң Орджоникидзе районы үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә. Был датаға арналған тантаналы сара 28 мартта Химиктар мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрамға республика һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы етәкселеге саҡырылған. Йола буйынса Орджоникидзе районының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырыу тантанаһы үтәсәк, почетлы граждандар тәбрикләнәсәк, концерт программаһы ойоштороласаҡ.

Мәҙәниәт һарайы фойеһында күргәҙмә эшләйәсәк, унда район предприятиелары продукциялары тәҡдим ителәсәк.

Байрам 15 сәғәттә башлана.