10 декабрь, Шәмбе

23 март 2012 йыл, 15:57

Рөстәм Хәмитов Вьетнам Социалистик Республикаһы делегацияһы менән эш осрашыуы үткәрҙе

автор: Сергей Захаров

23 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Фам Суан Шон етәкселегендәге Вьетнам делегацияһы менән осрашты.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа Вьетнам менән Башҡортостан араһында тауарҙар әйләнешен үҫтереү, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

Һөйләшеү барышында Рөстәм Хәмитов хеҙмәттәшлек итеүҙең перспективалы йүнәлештәрен билдәләне. Атап әйткәндә, машиналар эшләү, нефть-газ сығарыу һәм тау сеймалын табыу сәнәғәте, энергетика, эшҡыуарлыҡ һәм фән өлкәләрендә.

— Вьетнам менән беҙҙең мөнәсәбәттәргә килгәндә, әлбиттә, улар тейешле кимәлдә үҫтерелмәгәндер. Былтыр тауарҙар әйләнеше күләме 1 миллион АҠШ долларына ла етмәне, 2010 йылда был һан яҡынса 20 миллион доллар тәшкил иткәйне. Шулай ҙа һеҙҙең ил предприятиелары менән әүҙем эшләйбеҙ. Республикала Вьетнам компаниялары ҡатнашлығында иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында эшләгән 60-тан ашыу предприятие  булдырылған. Ғилми тикшеренеү институттары араһында ла бәйләнештәр бар. Башҡортостан вуздарында Вьетнамдан 70-тән ашыу студент һәм аспирант белем ала. Шуға күрә ҙур эш башлау өсөн нигеҙ бар, — тине Рөстәм Хәмитов.

Ул дипломатҡа хеҙмәттәшлек итеү өсөн бер нисә йүнәлеш тәҡдим итте.

— Тәү сиратта, беҙҙең машиналар эшләү комплексы продукттарын ҡарарға тәҡдим итер инем. Был Күмертаү ҡалаһында эшләнгән вертолеттар ҙа. Уларға һорау һиҙелерлек артты, улар ҡатмарлы шарттарҙа үҙҙәренең яҡшы эшләүен күрһәтте. Һеҙҙең белгестәрҙә был техника ҡыҙыҡһыныу уята алыр, тип уйлайым. Шулай уҡ беҙҙең предприятиелар Вьетнамға бәләкәй гидроэнергетика һәм электр станцияларын поставкалай алыр ине. Һеҙҙең ГЭС-тарҙа уларҙы яңыртыу, шулай уҡ хеҙмәтләндереү йәһәтенән эшләй алырлыҡ предприятиеларыбыҙ ҙа бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, «әлеге ваҡытта республиканың Фәндәр академияһы, Өфө дәүләт нефть техник университеты «Вьетсовпетро» компанияһы менән берлектә «Башҡортостан-Вьетнам» халыҡ-ара ғилми тикшеренеү һәм белем биреү үҙәген булдырыу мәсьәләһен тикшерә». Был проектты үҫтереүҙә ярҙам итеү үтенесе менән ул илсегә мөрәжәғәт итте.

— Беҙ диалог алып барыу өсөн асыҡ, бәйләнештәрҙе үҫтерергә теләр инек. Беҙҙең бизнестың Вьетнам эшҡыуарҙары һәм сәнәғәт предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеүен теләйбеҙ. Граждандарыбыҙ Вьетнамға яҡшы мөнәсәбәттә. Беҙҙең ил Вьетнамға һәр саҡ ярҙам иткән – элек тә, һәм әле лә беҙ бергә эшләйбеҙ. Шуға күрә элекке тарихи бәйләнештәр менән файҙаланып, эшлекле мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү зарур, тип уйлайым. Шуға күрә беҙ әүҙем, дуҫтарса эш итеүгә әҙер, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итеп, Фам Суан Шон Башҡортостанға килеүенә һәм бында Рәсәй Федерацияһы субъекттарының абруйлы етәкселәренең береһе менән осрашыуына бик шат булыуын билдәләне.

— Хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр булыуын күрәбеҙ. Вьетнам менән Рәсәй Федерацияһы араһындағы мөнәсәбәттәр һуңғы йылдарҙа барлыҡ йүнәлештәр буйынса ла бик һөҙөмтәле үҫтерелә. Был сәйәси, иҡтисади йәһәттән, оборона һәм хәүефһеҙлек өлкәһендә, халыҡ-ара мәсьәләләр буйынса ла хеҙмәттәшлек итеүгә ҡағыла, — тип белдерҙе Вьетнам дипломаты.