4 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2012 йыл, 14:51

Бөтә донъяға билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашевҡа Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исеме бирелде

автор: Розалия Вәлиева

«Нефтсе» мәҙәниәт һарайында мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Сара 25 мартта билдәләнгән Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналды.

— Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләре – тормошобоҙҙоң айырып алғыһыҙ өлөшө. Йәмғиәтебеҙ торошо уның үҫешенә бәйле, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. – Был өлкәлә проблемаларҙың күп булыуы бер кемгә лә сер түгел. Тәү сиратта, улар эш хаҡына, музыкаль мәктәп, китапхана һәм музейҙарҙың матди-техник йыһазландырылыуына ҡағыла. Быларҙың барыһы ла айырыуса иғтибар талап итә. Республика йәштәренең иң яҡшы сәнғәт өлгөләрендә тәрбиәләнеүе беҙҙең өсөн мөһим.

Йәмғеһе 36 дәүләт наградаһы тапшырылды. Наградланыусылар араһында – М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының популяр артисы Илһөйәр Ғәзетдинова, Өфө «Нур» татар дәүләт театрынан уның хеҙмәттәше Рәсимә Ғәйфуллина, йырсы Флорида Исмәғилева һәм ҡурайсы Роберт Юлдашев.

Республиканың опера сәнғәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Герман Ким да наградланды.

Үҙҙәренең һөнәри байрамын төбәктең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бишенсе тапҡыр билдәләй. Был көндө йылы ҡотлау һүҙҙәрен ижади һөнәр кешеләре, сәнғәт хеҙмәткәрҙәре, музей һәм китапхана, мәҙәниәт йорто, ҡала һәм ауыл клубтары белгестәре, художестволы үҙешмәкәр коллективтар ҡабул итә.