4 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2012 йыл, 14:07

Башҡортостандың сәнғәт оҫталары Төркиәлә Науруз байрамында ҡатнаша

автор: Алик Шакиров | фото: Әхәт Сәлихов

Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) Төркиә Республикаһында Науруз байрамын ойошторҙо. Унда төрлө илдәрҙән 250-гә яҡын артист ҡатнаша. «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов хәбәр итеүенсә, байрам сараларында Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан, Рәсәй Федерацияһы субъекттары – Алтай, Башҡортостан, Татарстан, Тыва, Хакасия, Сыуашстан, Дағстан, Молдова, Украина, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Төньяҡ Кипрҙан бейеү коллективтары, йырсылар һәм музыканттар ҡатнаша.

Делегация етәкселәрен һәм сит ил коллективтары вәкиләдәрен Төркиә Республикаһы Президенты Абдуллах Гюль, Дәүләт парламенты спикеры Джемиль Чичек, Төркиәнең мәҙәниәт һәм туризм министры Эртугрул Гюнай һәм ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов ҡабул итте.

Истанбулда һәм Анкарала үткәрелгән тантаналы саралар Төркиәнең башҡа ҡалаларында дауам итәсәк.

Байрам илдәрҙең мәҙәниәт министрлыҡтары, Төркиә Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Хеҙмәттәшлек фонды, Төрки донъяның муниципалитеттар союзы, Төркиәнең ҡала хакимиәттәре һәм университеттары ярҙамында ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы менән үткәрелә.

темалар: науруз,төрксой