4 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2012 йыл, 13:18

Рәсәйҙәге берҙән-бер банк-ара кимәлдәге бюро 70 млн кредит тарихын берләштерә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Милли кредиттар тарихы бюроһында рәсәйлеләрҙең 70 миллион самаһы кредит тарихы тупланған. Был мәғлүмәт базаһынан 600-ҙән ашыу финанс ойошмаһы файҙалана ала. Был хаҡта Өфөлә барған «Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат» ғилми-ғәмәли конференцияһында Рәсәй банктары ассоциацияһы президенты Гарегин Тосунян белдерҙе. Кредиттар тарихы баҙарын ул банк тармағындағы иң әүҙем үҫешкән өлкәләрҙең береһе тип атаны, ә Рәсәй банктары ассоциацияһы башланғысы менән булдырылған Милли бюро был баҙарҙа лидер һанала.

Гарегин Тосунян әйтеүенсә, бөгөнгө көндә ул айырым кредит ойошмаһы ҡарамағындағы ғына түгел, Рәсәйҙә банк-ара кимәлдәге берҙән-бер заемсылар мәғлүмәттәре базаһы булып тора.  Банктарҙан тыш, Милли бюро мәғлүмәттәренән бер нисә страховка компанияһы, коллектор агентлыҡтары һәм башҡалар – йәмғеһе 600-ҙән ашыу ойошма файҙалана ала.

Ассоциация башлығы әйтеүенсә, мәғлүмәттәр базаһының «мөмкин ҡәҙәр бер флаконда»  булыуы һәм уның менән мөмкин тиклем күберәк баҙар уйынсыларының файҙалана алыуы – уның төп ҡиммәте.

темалар: банктар