3 декабрь, Шәмбе

23 март 2012 йыл, 12:56

Башҡортостандың Стандартлаштырыу үҙәгенә «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһының Алтын дипломы тапшырылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандағы Стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәге «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһының Алтын дипломына лайыҡ булды. Сифат буйынса иң яҡшы төбәк комиссияларын наградлау тантанаһы көн элгәре Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ коллегияһы ултырышынды Мәскәүҙә үтте.

Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Григорий Элькин 2011 йылда төп йүнәлештәр буйынса эшкә йомғаҡ яһаны һәм 2012 йылға ведомство пландары хаҡында һөйләне. Коллегия ултырышынан һуң «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» бөтә Рәсәй конкурс-программаһында еңеүсе предприятиеларҙы наградлау тантанаһы үтте.

Быйыл республиканың ике предприятие етәксеһе награда алды. Программаның юғары наградаһы — «Сифат лидеры» призына «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лайыҡ булды. «Аҙыҡ-түлек тауарҙары» номинацияһының төп наградаһы — «Сифат тәме» призы «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте продукцияһына бирелде.