4 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2012 йыл, 12:28

Нефтекамала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тураһында бушлай гәзит сығарыла

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Нефтекамала «Вести Управления жилищного хозяйства» тип аталған бушлай гәзит сыға башланы. Матбуғат баҫмаһының тиражы – 42100 дана, беренсе һаны Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү хеҙмәткәрҙәре көнөнә тура килтереп сығарылған. Гәзит Нефтекама Нәшриәт йортонда баҫтырыла, тип хәбәр иттеләр ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.

Нефтекама халҡына түләү квитанцияһы менән бергә таратылған гәзиттең беренсе һанында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тураһында көнүҙәк мәғлүмәт бирелгән, уҙған йылға йомғаҡтар яһалған. Баҫма биттәрендә күп фатирлы йорт советтарын ойоштороуҙың законда ҡаралған үҙенсәлектәре менән танышырға, «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ: нимә өсөн һәм кемгә түләйбеҙ» темаһына белгестәр аңлатмаһын уҡырға мөмкин.