6 декабрь, Шишәмбе

23 март 2012 йыл, 12:20

Башҡортостан һәм Италия эшҡыуарҙары Өфөлә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерәсәк

автор: Любовь Колоколова

Көн элгәре Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Өфөлә Бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә хеҙмәттәшлек һәм сәнәғәт округтары буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң XX ултырышын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Сарала федераль һәм республика башҡарма власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов алып барҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, паритетлы нигеҙҙә йылына ике тапҡыр Рәсәйҙә һәм Италияла үткәрелгән Эш төркөмө ултырыштарында был илдәрҙең инвестицион проекттарының презентациялары ойошторола, ике ил эшҡыуарҙары араһында тура бәйләнеш булдырыла. Ғәҙәттә пленар ултырышта Рәсәй һәм Италияның иҡтисади үҫеш министрҙары һәм министр урынбаҫарҙары доклад менән сығыш яһай.

Ойоштороу комитеты ултырышы барышында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев яңыраҡ илдең баш ҡалаһында үткән «Рим — Мәскәү» видеоконференцияһы һәм кәңәшмә йомғаҡтары хаҡында һөйләне.

Өфөлә Эш төркөмө ултырышын үткәреү программаһы буйынса тәҡдим ителгән проект хупланды, тип хәбәр иттеләр Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. Хәҙер республиканың муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәренә һәм эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт ойошмаларына Рәсәй-Италия эшлекле бәйләнештәр биржаһын үткәреү өсөн анкеталар тултырыуға контроллек итергә кәрәк.

Ойоштороу комитетының киләһе ултырышы апрелдең икенсе яртыһына планлаштырылған.