Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Урал аръяғында БР Ауыл хужалығы министрлығы штабының күсмә ултырышы үтә

Иҡтисад

Бөгөн Аҡъярҙа 2012 йылда Урал аръяғы райондарында миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәреү буйынса штабтың күсмә ултырышы үтә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында. Был райондарҙың 2012 йылғы сәсеү кампанияһына әҙерлеге тикшерелгән бишенсе ултырыш. Уны ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов алып бара. Кәңәшмәлә ведомствоның структур бүлексәләре етәкселәре, яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса район штабтары башлыҡтары, баш агрономдар, инженерҙар ҡатнаша. Аграр ведомство белгестәре аграрийҙарға быйыл ҡулланып булған дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләйәсәк һәм федераль, республика субсидияларын нисек алырға өйрәтәсәк. Штаб ултырышында һәр райондың проблемалары айырым ҡаралып, улар буйынса аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителергә тейеш. Ауыл хужалығы техникаһының торошо һәм уларҙы әҙерләү барышы, минераль ашламалар һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү кимәле лә баһаланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть