3 декабрь, Шәмбе

23 март 2012 йыл, 11:59

Салауат районында эшҡыуарҙар өсөн уҡыу семинары үткәрелә

автор: Любовь Колоколова

29 мартта Салауат районының Малаяҙ ауылында эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы мәсьәләләре буйынса уҡыу семинары үткәрелә. Сара 2011-2015 йылдарға Башҡортостан Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтәсәк.

Семинарҙа БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, муниципаль берәмектәр хакимиәттәре, Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды, «Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы, Көнсығыш иҡтисади-юридик-гуманитар академияһының иҡтисад, информатика һәм идара итеү институты вәкилдәре, шулай уҡ эшҡыуарҙар үҙҙәре ҡатнашасаҡ.

Комитеттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, семинарҙа эшҡыуарҙарға һәм инфраструктура ойошмаларына финанс ярҙамы күрһәтеү тәртибе һәм шарттары, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының финанс белемен арттырыу, эшҡыуарлыҡҡа өйрәтеүҙең инновацион механизмдары һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт биреләсәк.