8 декабрь, Кесе йома

23 март 2012 йыл, 11:42

Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында тәбиғәтте һаҡлау сараларын үткәреүгә яҡынса 300 миллион һум тотоноласаҡ

автор: Сергей Захаров

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотләхмәтов республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары һыу объекттарын тау сеймалын табыу өлкәһендәге предприятиеларҙың бысраҡ шахта һыуҙарынан һаҡлау мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Республика Хөкүмәте Аппараты, фәнни учреждениелар һәм тау сеймалын табыу өлкәһендәге предприятиелар вәкилдәренең осрашыуы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында үтте, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар сәнәғәт һыуҙарын таҙартыу өлкәһендәге мәсьәләләрҙе ҡараны, был өлкәлә республикалағы алдынғы техник вуздарҙың һәм ғалимдарҙың эшләнмәләрен, шулай уҡ уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Урал аръяғында ғәҙәттә предприятиелар юғары минералле һыуҙарын бәләкәй йылғаларға ағыҙа, тип билдәләнеләр кәңәшмәлә. Был йылғалар гидрологик үҙенсәлектәре буйынса бысранған һыу объекттары исемлегенә инә.

Шулай уҡ Урал аръяғындағы руда табыу предприятиеларының тирә-яҡ мөхит торошон яҡшыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарыуы билдәләнде.

2015 йылға тиклем Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә предприятиелар тарафынан 282 миллион һумдан ашыу суммаға тәбиғәтте һаҡлау эштәрен башҡарыу планлаштырыла.

Планда Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты территорияһын санациялау, Төйәләҫ ятҡылығының карьер һыуҙарын таҙартыу ҡаралған.

Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса фәнни учреждениелар һәм тау сеймалын табыу өлкәһендәге предприятиелар араһында сәнәғәт предприятиелары ағыҙған һыуҙарҙы таҙартыу технологияларын һайлауҙан алып, уларҙы һыу объекттарына ағыҙыу мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.