8 декабрь, Кесе йома

23 март 2012 йыл, 11:14

Рөстәм Хәмитов банк берләшмәһе вәкилдәре менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

22 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов банк берләшмәһе вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуға Рәсәй банктары ассоциацияһы президенты Гарегин Тосунян, Рәсәй Банкы рәйесе урынбаҫары Михаил Сухов, «МДМ Банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Олег Вьюгин, «Альфа-Банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Идараһы рәйесе Андрей Соколов, Башҡортостан Республикаһы Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов саҡырылды.

Республиканы иҡтисади йәһәттән үҫтереү, социаль проблемаларҙы, шул иҫәптән ипотека кредитлауы өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү, эре инвесторҙарға, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү өсөн банк секторын йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Хөкүмәте банк берләшмәһе вәкилдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙе дауам итә, тип билдәләне.

— Күптән түгел Милли банкта йомғаҡтар яһаныҡ, унда алдыбыҙҙа торған проблемалар, уларҙы хәл итеү кәрәклеге тураһында ентекләп һөйләштек, — тине Башҡортостан Президенты. — Банктар 2011 йылда һәйбәт, тотороҡло эш күрһәтте. Был да беҙҙең өсөн бик мөһим.  

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика социаль торлаҡ биреү мәсьәләһен хәл итеү, эконом класындағы торлаҡ төҙөү, етди инвестициялар йәлеп итеү кеүек бурыстар ҡуя.

— Был мәсьәләләрҙе банктарһыҙ бер нисек тә хәл итә алмаясаҡбыҙ, әлбиттә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. — Айырыуса был торлаҡ проблемаһына ҡағыла.

Президент баш ҡаланың күсемһеҙ милек баҙарындағы хәлдәрҙе анализланы. Беренсел торлаҡ баҙарында бөгөн уртаса алғанда торлаҡтың квадрат метры 50 мең һумдан ашыу сумманы тәшкил итә. Халыҡтың түләүгә һәләтлелеге юғары түгел. Эконом класта ғына түгел, уртаса хаҡтар диапазонында ла торлаҡ дефициты күҙәтелә.

— Шуға күрә программаларҙы тормошҡа ашырыуға тотонорға, эшләргә кәрәк, тибеҙ,— тип артабанғы эшмәкәрлек йүнәлешен билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Осрашыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты кредитлау мәсьәләләре лә ҡаралды. Республикала — микрофинанслау үҙәктәре, ҙур банктарҙа консультация пункттары ойошторола.

— Был хеҙмәттәргә һорау бар, был йәһәттән беҙ ҡәнәғәт, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һаҡлыҡ банкы менән был пландағы эштәребеҙ һәйбәт бара. Әммә тағы бер ҡабатлайым: әйләнеште арттыра барырға кәрәк. Үҙебеҙ өсөн бер нисә күрһәткес билдәләгәйнек, 2011 йылда уларҙың барыһын да үтәй алманыҡ. Ҡайҙалыр яҡынлаштыҡ, ҡайҙалыр беҙгә кәрәкле диапазонға эләктек, нимәлер килеп сыҡманы. Банк системаһының үҫешенә, киләсәгенә шулай ҙа оптимизм менән ҡарайбыҙ.

Башҡортостандың Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов  Өфөлә асылған VIII «Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат» ғилми-ғәмәли конференцияһында Башҡортостан Президенты менән билдәләнгән проблемалар, атап әйткәндә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты кредитлау стандарты тикшерелеүе тураһында һөйләне. Айырым секция торлаҡ баҙарын финанслауға арналған.