4 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2012 йыл, 9:57

Эрнст Исаев Польшаның аграр логистика үҙәктәрен ойоштороу тәжрибәһе менән таныша

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев РФ Ауыл хужалығы министрлығы делегацияһы составында эш визиты менән Польшаға юлланды. Республиканың аграр ведомствоһында хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр күмәртә-таратыу үҙәктәрен ойоштороу буйынса сит ил тәжрибәһен өйрәнеүгә бәйләнгән.

Республикалағы тауар етештереүселәренең продукцияһы менән таныштырыу, уны рекламалау, айырыуса Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе алдынан, БР Ауыл хужалығы министрлығы өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып тора. Бының өсөн республикала сәнәғәт һәм сауҙа предприятиеларына йөктәрҙе һаҡлау, тейәү-бушатыу эштәре, заказды комплектлау, һатыу алдынан әҙерләү, страховкалау, инвентаризация, йөктәрҙе алып барып еткереү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүсе заманса логистик комплекстар ойошторорға кәрәк. Былар барыһы ла күмәртәләп һатыу итеүсе заманса объекттарҙы артабан үҫтереүгә булышлыҡ итергә, уларҙы булдырыуға инвестициялар йәлеп итеүгә, республиканың аҙыҡ-түлек баҙарының тауар үткәреү инфраструктураһын үҫтереүгә ярҙам итергә тейеш.