9 декабрь, Йома

23 март 2012 йыл, 9:56

Владимир Путин Өфөлә ветерандар госпитале өсөн яңы корпус төҙөүҙе хупланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин Өфөлә һуғыш ветерандарының Башҡортостан республика клиник госпитале өсөн яңы корпус һәм поликлиника төҙөү идеяһын хупланы. Был хаҡта Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика Советының киңәйтелгән пленумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, республика етәкселеге Рәсәй Хөкүмәтенә яңы корпус төҙөү тураһында тәҡдим менән сығып, Владимир Путиндан был мәсьәлә буйынса яҡлау тапҡан. Рөстәм Хәмитов был объектты Федераль маҡсатлы программаға индереү тураһында үтенес менән уға махсус рәүештә мөрәжәғәт иткән. Хәҙер корпус төҙөү мәсьәләһенең уңышлы хәл ителеүе республика властарының илдең Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы менән был һорау буйынса һөҙөмтәле эшләүенән тора. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, ул республика Хөкүмәтенә тейешле күрһәтмә биргән һәм уның үтәлешен үҙ контроле аҫтына алған.

Госпиталдең яңы корпусын, поликлиника төҙөү һәм уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн яҡынса бер миллиард һум аҡса кәрәк буласаҡ.