4 декабрь, Йәкшәмбе

23 март 2012 йыл, 9:17

Башҡортостанға Латвияның рәсми делегацияһы килә

автор: Любовь Колоколова

26 мартта Башҡортостанға Латвияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Эдгарс Скуя етәкселегендәге Латвияның рәсми делегацияһы килә. Делегация составында — Балтика буйы республикаларының эшлекле даирәләре вәкилдәре.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында эш форумы һәм Латвия бизнесмендары менән В2В форматында осрашыу үтәсәк. Форумды БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров асырға тейеш.

Визиттың маҡсаты — кредитлау өлкәһендә берлектәге бизнесты үҫтереү өсөн партнерҙар эҙләү, Евросоюз, күсемһеҙ милек, йөк ташыу, порт хеҙмәттәре, туризм баҙарына сығыуға булышлыҡ итеү.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бизнес-форум К. Маркс, 3 адресы буйынса БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығының конференц-залында үтәсәк.