8 декабрь, Кесе йома

22 март 2012 йыл, 17:39

Рөстәм Хәмитов республика ветерандарын ҡотланы

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарын республиканың ветерандар хәрәкәтенә 25 йыл тулыу менән ҡотланы.

— Һеҙҙең янда булыу, һеҙҙе күреү минең өсөн оло хөрмәт һәм шатлыҡ. Һеҙҙең ойошмаға, һеҙ башҡарған оло, мөһим эшкә ҙур ихтирам менән ҡарайым, — тине республика башлығы Өфөнөң Конгресс-холында үткән был датаға арналған пленумда.

Һуңғы ваҡытта республика етәкселегенең ветерандар менән тығыҙ аралашыуы матур йолаға әүерелде. Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һәм Хеҙмәт Даны ордендарының тулы кавалерҙары, ветерандар активы менән осрашыуҙар үткәрелде. Һәм бындай тенденция тәбиғи булырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов республика ветерандар ойошмаһының ҡатмарлы осорҙа барлыҡҡа килеүен иҫкә төшөрҙө. Уны булдырыуҙа республикабыҙҙың данлыҡлы кешеләре – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, халыҡ шағиры һәм социалистик хеҙмәт геройы Мостай Кәрим, Советтар Союзы Геройҙары Таһир Кусимов, Роман Бабушкин ҡатнашҡан.

Бөгөн республиканың ветерандар ойошмаһы – Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе. Уның сафында миллионға яҡын кеше иҫәпләнә. Был беҙҙең төбәктә йәшәүсе халыҡтың дүрттән бер өлөшө. Урындарҙа 2900-ҙән ашыу түбәнге ойошма, 70 ҡала һәм район, 12 тармаҡ советы әүҙем эшләй. Улар ветерандар мәнфәғәтен яҡлай, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, ололарҙың ялын ойоштороуға булышлыҡ итә.

Республика Президенты йәштәрҙе әхлаҡи һәм хәрби-патриотик йәһәттән тәрбиәләү менән шулай уҡ һөҙөмтәле шөғөлләнә алған башҡа ойошманың булмауын белдерҙе. Дәүләт, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йүнәлештәге эште башҡарып сығара алманы тиерлек. Һәм был осраҡта ветерандар ярҙамы айырыуса мөһим. Ил өсөн фажиғәле осорҙар, ватандаштарыбыҙҙың фронттағы ҡаһарманлығы тураһында уларҙың хәтирәләре, мәктәп дәреслегендәге ҡоро һүҙҙәргә ҡарағанда, күңелгә тәрәнерәк үтеп инә.

— Бөгөн республика мәктәптәрендә яҡынса 1400 хәрби һәм хеҙмәт даны музейы бар, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һәм улар буш тормай. Балалар ҡартаталары биографияһында ватансылыҡҡа өйрәнә. Һеҙҙе артабан да был эште дауам итергә, киң мәғлүмәт сараларында сығыш яһарға, мәктәптәрҙә ҡаһарманлыҡ дәрестәрен һәм класс сәғәттәрен, хәрби-патриотик темаға фестиваль һәм конкурстар үткәреүҙә ҡатнашырға саҡырам.

Башҡортостан Президенты айырыуса иғтибарын бөгөн республикабыҙ алдында торған мәсьәләләргә бүлде. Был яңы производстволар асыу, эш урындарын булдырыу, инвестициялар йәлеп итеү, дауаханалар, бала баҡсаларын төҙөү.

Был мәсьәләләрҙе хәл итеү ябай түгел. Әммә беҙҙең аталарыбыҙ һәм ҡартатайҙарыбыҙ бынан да ҙурыраҡ ауырлыҡтарға осраған. Һәм үткән быуат урталарында улар был ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыға алған. Ресурстар етмәү, төҙөлөштәрҙе материаладар менән тулыһынса тәьмин итмәү шарттарында улар ҡалалар һәм заводтар төҙөгән.

Ул ваҡытта намыҫ менән эшләү ғәҙәти булған. Коллективтар үҙҙәренең алдынғы хеҙмәткәрҙәре менән ғорурланған. Хәҙер хәлдәр бер аҙ үҙгәрҙе. Күптәр хеҙмәт кешеһе, ябай эшселәр хаҡында онотто. Ә телевидениела һәм башҡа киң мәғлүмәт сараларында елғыуарҙар төп геройҙарға әүерелде.

— Әгәр был хәлде үҙгәртмәһәк, кеше аңындағы был деформацияны төҙәтмәһәк, илебеҙҙең ниндәй ҙә булһа ышаныслы киләсәге булмаясаҡ, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Үҙенең эше менән республиканың һәм илдең иҡтисади ҡеүәтен нығытҡан хеҙмәт кешеһенә ҡарата ихтирам тойғоһон кире ҡайтарырға теләйбеҙ.

Башҡортостан Президенты башҡа халыҡтар мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙә лә ветерандарҙың айырыуса ролен билдәләне. 30-40 йыл элек был өлкәлә проблемалар булмаған да тиерлек. Илебеҙ халҡы кешеләрҙе милләткә йәки конфессияға ҡарап бүлмәгән. Улар бер-береһенә ярҙам итеп, бергә йәшәгән һәм эшләгән. Бөгөн иһә этник-ара һәм конфессия-ара мәсьәләләр көнүҙәк булып тора.

— Был эштә һеҙҙең ярҙамығыҙ айырыуса мөһим, — тине Рөстәм Хәмитов, ветерандарға мөржәғәт итеп. – Һеҙ беҙҙең өсөн бар яҡлап та өлгө булып тораһығыҙ. Һәр берегеҙ – хеҙмәткә, Ватанға, уның тарихына ҡарата мөнәсәбәттең сағыу өлгөһө.

Башҡортостан Президенты үҙ эшендә һәр саҡ ветерандарҙың яҡлауын һәм хуплауын тойоуы хаҡында билдәләне. Республика йәштәре аталарының, ҡартатайҙарының традицияларын лайыҡлы дауам итер, һәм күп йылдар дауамында әлеге ветерандар менән байрамдарҙы бергә ҡаршылар, тигән ышанысын белдерҙе Рөстәм Хәмитов.