4 декабрь, Йәкшәмбе

22 март 2012 йыл, 17:09

Ветерандарҙы льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда ветерандарҙы, инвалидтарҙы, льготалы категорияға ҡараған башҡа граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә тәртип булдырыласаҡ. Әлегә был өлкәлә билдәле ҡатмарлыҡтар бар. Был турала Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика советының киңәйтелгән пленумында республика Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Билдәләнгән проблеманың, уның фекеренсә, ике сәбәбе бар. Беренсеһе – был мәсьәлә менән шөғөлләнергә тейешле айырым чиновниктарҙың үҙ эшенә вайымһыҙ ҡарауы. Икенсе сәбәп – аҡса етмәүе. Республика бөгөн, үкенескә күрә, беҙ теләгәнсә бай түгел. Шуға күрә республика кимәлендә льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә тейешле бер миллиард һум урынына ни бары 500 миллион бүленә. Ләкин, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостан етәкселеге  был дефицитты тулыландырыу мөмкинлеген эҙләй, һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителәсәк.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республикала тәғәйен айырым маҡсатлы программа сиктәрендә ветерандар һәм инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Былтыр пандустар эшләүгә генә 10 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.