7 декабрь, Шаршамбы

22 март 2012 йыл, 16:38

Башҡортостан аграрийҙары яҙғы сәсеүгә льготалы яғыулыҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика аграрийҙары яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү өсөн кәметелгән хаҡтар менән 48,66 мең тонна дизель яғыулығы һәм 2 мең тонна «Нормаль-80» автобензины аласаҡ. Льготалы яғыулыҡ марттан июнгә тиклем бирелә. Тейешле Килешеүгә Башҡортостан Хөкүмәте менән «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында ҡул ҡуйылған. Республика аграрийҙарын яғыулыҡ менән тәьмин итеү бурысы «Башнефть» йәмғиәтенең бүлендек предприятиеһына — «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә йөкмәтелгән, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.  

Илебеҙ аграрийҙарын сәсеү кампанияһына ташламалы яғыулыҡ менән тәьмин итеү бурысын быйыл февраль аҙағында Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй аграр форумында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин билдәләне.

Аграр ведомствоның Агросәнәғәт комплексы тармаҡтарында механизациялау һәм электрлаштырыу бүлегенең аналитик мәғлүмәттәренә ярашлы, сәсеү үткәреүгә һәм сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүгә дизель яғыулығына ихтыяж — 40 мең самаһы тонна. Яғыулыҡтың 48,66 мең тонна бүленеүен иҫәпкә алһаҡ, ауыл эшсәндәре сәсеү кампанияһына льготалы яғыулыҡ менән тулыһынса тәьмин ителәсәк.

Республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре «Башкирнефтепродукт»тың нефтебазалары менән нефть продукттары поставкалауға һәм яғыулыҡ алыуға килешеүҙәр төҙөй башланы.

Федераль бюджеттан һәм республика ҡаҙнаһынан субсидияларҙы иҫәпкә алғанда, республика аграрийҙары өсөн бер литр солярканың хаҡы 13 һум самаһын тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә дизель яғыулығының тоннаһы -  20440 һум, автобензин 20300 һум тора. Рәсәй Федерацияһында был уртаса хаҡтар иҫәбендә.

2011 йылда Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре республикаға кәметелгән хаҡтар буйынса бүленгән дизель яғыулығын һәм «Нормаль-80» автобензинын файҙаланып, 800 миллион һумдан ашыу аҡса экономиялай алды. Нефть продукттарына сығымдарҙы субсидиялау сифатында республика бюджетынан өҫтәп 420 миллион һум бүленде.