Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөләге вакансиялар йәрминкәһенә бөгөн 800 кеше килде

Иҡтисад

Быйылғы йылдағы 11-се вакансиялар йәрминкәһенә бөгөн 800 кеше килгән. Унда дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы предприятиелар үҙҙәрендәге эш урындарын тәҡдим иткән.

«Башинформ» агентлығына Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә 30 эш биреүсе ҡатнашҡан. Дөйөм алғанда, эш эҙләгәндәргә 300-ләгән эш урыны тәҡдим ителгән. Тәҡдим ителгән вакансиялар спектры ярайһы киң,  сөнки бөгөнгө йәрминкәгә сауҙа, төҙөлөш тармағы, көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе, коммуналь хужалыҡ вәкилдәре, шулай уҡ дәүләткә ҡарамаған почта хеҙмәте, страховка компаниялары һәм сәнәғәт предприятиелары йәлеп ителгән.  

— Йәрминкәгә килгән 130-ға яҡын кеше дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы предприятиелар һәм ойошмалар вәкилдәре менән әңгәмә үтте. Шуларҙың яртыһы тиерлек эшкә урынлашыуға саҡырылды. Бынан тыш, бөгөн йәрминкәлә ҡатнашҡан биш предприятие, компьютерҙағы мәғлүмәттәр базаһын файҙаланып, эшһеҙҙәр иҫәбенән дәғүәселәрҙе һайлап алды, — тине Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Киләһе вакансиялар йәрминкәһе республиканың баш ҡалаһында 29 мартта үткәреләсәк һәм сәнәғәт предприятиеларына арналасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть