Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Нидерланд Короллегендә булды

Иҡтисад

Башҡортостан делегацияһы Нидерландтарҙа «Nation Branding & Investment Expo 2012» форумында ҡатнашты. Голландияның Эйндховен ҡалаһындағы экспозицияла республиканың күргәҙмә стенды менән төбәктең иҡтисади үҫеш министры Флүр Әсәҙуллин һәм Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр департаменты директоры Элина Биккинина таныштырҙы.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Нидерланд Короллеге Рәсәйҙең мөһим сауҙа партнеры булып тора.

«Nation Branding & Investment Expo 2012» — донъяның 50 иленән инвестор һәм эшҡыуарҙарҙы бер майҙансыҡҡа йыйған ҙур күргәҙмә. Улар араһында – Бельгия, Германия, Аргентина, Перу, Кения, Македония.

Рәсәй компанияларының әлеге күргәҙмәлә ҡатнашыуын Голландия-Рәсәй фонды тәьмин итте. Ул Нидерландтар менән БДБ илдәре араһында мәғариф, бизнес, мәҙәниәт һәм хәйриә өлкәһендә халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү маҡсатында булдырылған. Волга буйы федераль округы предприятиеларына айырыуса иғтибар бүленде.

Туризм, ауыл хужалығы, күсемһеҙ милек, логистика һәм транспорт мәсьәләләре конференция һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙең төп темалары булып торҙо.

Башҡортостан делегацияһы Голландия эшҡыуарҙары менән бер нисә осршыу үткәрҙе, республиканың инвестицион мөмкинлектәре менән таныштырҙы, илдең бер нисә агросәнәғәт комплесы объектында, һөтсөлөк фермаһында, баҡсасылыҡ буйынса предприятиеһында булды. Фондтар, банктар һәм башҡа илдәрҙән рәсми кешеләр менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Һөҙөмтәлә Нидерландтарҙан эре инвесторҙың Башҡортостанға визиты тураһында килешеүгә өлгәшелде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть