9 декабрь, Йома

22 март 2012 йыл, 15:38

Өфөлә «Күсемһеҙ милек. Яҙ–2012» күргәҙмә-йәрминкәһе асылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында бөгөн  XVIII «Күсемһеҙ милек. Яҙ–2012» күргәҙмә-йәрминкәһе асылды. Ойоштороусылары булып БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «Планета Азимут» күсемһеҙ милек буйынса берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте сығыш яһай.

Күргәҙмәнең төп маҡсаты — күсемһеҙ милек баҙарының төп операторҙары араһында һөҙөмтәле аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булдырыу.

— «Күсемһеҙ милек. Яҙ–2012» күргәҙмәһе төҙөлөш өлкәһендәге мөмкинлектәребеҙҙе күрһәтә. Йыл һайын ҡатнашыусыларҙың арта барыуы ҡыуандыра. Был тәү сиратта республикала төҙөлөш тармағының үҫешеүе тураһында һөйләй, — тине XVIII «Күсемһеҙ милек. Яҙ–2012» күргәҙмә-йәрминкәһен асыу тантанаһында БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Урал Ураҡсин.

Күргәҙмәнең төп экспоненттары – торлаҡ йорттар һәм коттедж ҡасабалары төҙөүсе эре компаниялар. Улар араһында «Өфө Инвестиция-төҙөлөш комитеты» муниципаль унитар предприятиеһы, БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды бар. Банк секторы һәм финанс структуралары ла ҡатнашыуға теләк белдергән. Улар ипотека кредитлауы буйынса яңы продукттар һәм торлаҡ һатып алыу өсөн башҡа инструменттар тәҡдим итә. Бынан тыш, күргәҙмәлә сит илдәрҙең күсемһеҙ милек баҙары вәкилдәре — Төркиәнән, Таиландтан, Болгариянан төҙөлөш менән шөғөлләнеүсе компаниялар әүҙем ҡатнаша.  

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары, Муниципаль милек менән идара итеү комитеты рәйесе Азамат Сәғитов фекеренсә, яҙғы күсемһеҙ милек күргәҙмәһе республикала 2012 йылдағы әүҙем төҙөлөшкә старт бирергә тейеш.  

Күргәҙмә-йәрминкәнең эше һәр ваҡыттағыса ҙур эш программаһы менән оҙатылып бара, уның сиктәрендә бер нисә түңәрәк өҫтәл һәм семинар планлаштырылған. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусы компанияларҙың объекттарының презентацияһы үткәреләсәк.

Был сара Өфө һәм республика халҡына реаль ваҡыт режимында торлаҡ һәм ер буйынса тәҡдимдәрҙе күрергә һәм кредит алыу мәсьәләләре буйынса банктан консультациялар алырға мөмкинлек бирә.