8 декабрь, Кесе йома

22 март 2012 йыл, 14:41

Баш ҡалаға Вьетнам илселеге делегацияһы килде

автор: Любовь Колоколова

Өфөгә Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Фам Суан Шон етәкселегендәге Вьетнам илселеге делегацияһы килде.

Саралар программаһында Башҡортостан етәкселеге, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Өфө хакимиәте, Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре менән осрашыуҙар ҡаралған.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн мэрияла осрашыу барышында Өфө менән Вьетнамдың эшлекле даирәһе вәкилдәре араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлектәре тикшереләсәк.

Өфө хакимиәте исеменән башлыҡ урынбаҫары Альбина Йосопова, ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы Ирина Рублева, хакимиәт башлығы ярҙамсыһы Олег Хәкимов һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге начальнигы Тимур Солтанов сығыш яһаясаҡ.

Вьетнам делегацияһы визиты 25 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Иртәгәгә Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге менән осрашыу планлаштырылған.