11 декабрь, Йәкшәмбе

22 март 2012 йыл, 14:15

Өфөлә VIII «Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Бөгөн Өфөлә банк хеҙмәткәрҙәренең профессиональ форумы асылды. 22 һәм 23 мартта Башҡортостан VIII «Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат» фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Бөтә Рәсәй кимәлендәге сара йола буйынса республиканың Милли банкы нигеҙендә үткәрелә.

— Рәсәйҙә банктар эшмәкәрлеге сифатын күтәреү процесына булышлыҡ итеү, был учреждениелар эшмәкәрлеген ойоштороу өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, банктар эшмәкәрлеге сифаты стандарттарын әҙерләү һәм тикшереү конференцияның төп маҡсаттары булып тора, — тине Башҡортостандың Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов.

Әлеге конференция эшендә Рәсәйҙән, шулай уҡ Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстандан 200 кеше ҡатнаша. Улар араһында, банктар берләшмәһе вәкилдәренән тыш, дәүләт власы органдары чиновниктары, контроль һәм күҙәтеү ведомстволары, фәнни һәм консалтинг компаниялары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә бар.

Бөгөн һәм иртәгә улар тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерәсәк. Форум программаһында пленар ултырыш һәм өс тематик секция буйынса эшләү ҡаралған.

Конференция үткәрелә башланғандан алып унда ҡатнашыусылар 17 стандарт әҙерләп, уларҙы кредит ойошмалары эшмәкәрлегенә индергән. Үҙ һөҙөмтәлелеген улар иҫбатлап өлгөргән дә инде. Әлеге форум барышында бәләкәй һәм урта бизнесты кредитлау буйынса йәнә бер яңы стандарт ҡараласаҡ.