8 декабрь, Кесе йома

22 март 2012 йыл, 13:26

Республикала Науруз 14 апрелдә билдәләнәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан халҡы өсөн Науруз байрамы 14 апрелдә Өфөнөң И.Якутов исемендәге паркында үткәреләсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Илшат Сабитов хәбәр итте.

Науруз үҙе кисә, 21 мартта, үтте. Илшат Сабитов һүҙҙәренсә, тәүҙә байрамды 24 мартта үткәреү планлаштырылған. Әммә һауа шарттары арҡаһында ул йылыраҡ ваҡытҡа күсерелгән.

Өс тарихи-мәҙәни үҙәк («Темәс» һәм «Сәйетбаба» башҡорт үҙәктәре, «Килем» татар үҙәге) һәм башҡа милли-мәҙәни үҙәктәр (улар иҫәбендә төркмән, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик, әзербайжан, дағстан үҙәктәре) үҙ майҙансыҡтарын ойошторорға теләк белдергән. Программа сараларға бай булмаҡсы: халыҡ уйындары, конкурстар, концерт номерҙары, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеү, ҡоролған милли ихаталар менән танышыу планлаштырыла. Урта Азиянан һәм Кавказ республикаларынан билдәле артистарҙың килеүе көтөлә.

— Барлыҡ өфөлөләрҙе һәм Башҡортостан халҡын байрамға саҡырабыҙ, — тине Илшат Сабитов. — Байрам сараларында һәр саҡ республика Хөкүмәте вәкилдәре ҡатнаша. Был юлы ла улар беҙгә килер, тигән ышаныста ҡалам.

Науруз байрамы өс мең йылдан ашыу элек Иранда барлыҡҡа килгән, тип фаразлайҙар. Йола буйынса байрам алдынан кешеләр йорттарын биҙәй, бурыстарын тарата, бер-береһе менән яраша, тәмле ризыҡтар бешереп, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә.