4 декабрь, Йәкшәмбе

22 март 2012 йыл, 12:50

Благовар районында «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторолдо

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Көн элгәре Благовар районының Һарайлы ауылы мәктәбендә Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» тарих-мәҙәниәт үҙәге менән ойошторолған башҡорт халҡының «Ҡарға бутҡаһы» байрамы үтте. Был — башҡорт һәм татар халҡының иң популяр яҙғы байрамдарының береһе, ул, ғәҙәттә, март аҙағында билдәләнә. Халыҡ, яҙҙы ҡанатында ҡоштар алып килә, тип иҫәпләй.

Мәктәп уҡыусылары өсөн «Тыуған яҡ ҡоштары» һүрәттәр конкурсы ойошторолдо һәм дәрестән һуң улар ҙа төп тантанаға саҡырылды. Уҡыусылар үҙҙәре йыйған таҫмалар, ҡульяулыҡтар менән шыршыны биҙәне. Артабан балалар өсөн «Йөҙөк һалыу», «Аҡ тирәк, күк тирәк» кеүек боронғо башҡорт халыҡ уйындары ойошторолдо. Малайҙар һәм ҡыҙҙар таҡмаҡ әйтеште, ҡара ҡарғалар тураһында шиғырҙар һөйләне, ҡоштар тураһында йомаҡтар систе.

Йола буйынса байрам теләктәр теләү, бутҡа менән һыйланыу һәм «Яҙ йыры»н башҡарыу менән тамамланды.