6 декабрь, Шишәмбе

22 март 2012 йыл, 11:30

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Харбин йәрминкәһе вәкилдәре менән осрашыу үтте

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһындағы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр нығытыласаҡ. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Ҡытайҙан делегация –Халыҡ-ара сауҙаға булышлыҡ итеү буйынса бөтә Ҡытай комитетының Хэйлунцзян комитеты вице-секретары Гуан Хай Бин етәкселегендәге XXIII Харбин йәрминкәһе вәкилдәре ҡабул ителде. Һөйләшеүҙәрҙә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек департаменты директоры Элина Биккинина ҡатнашты.

Хай Бин әфәнде 15 — 19 июндә Харбинда үтәсәк йәрминкә тураһында мәғлүмәт бирҙе, хеҙмәттәшлек итеү буйынса республиканың мөмкинлектәре һәм бизнес-партнерҙар эҙләү тураһында һөйләне. Башҡортостан делегацияһы өсөн ойоштороусылар бушлай рус-ҡытай тәржемәсеһен бирергә, виза алыуҙа һәм йәрминкәлә һатып алынған теләһә ниндәй тауарҙы таможня аша республикаға ебәрергә ярҙам итергә әҙер («Харбин – Өфө» тимер юл маршруты 10 көнгә яҡын ваҡытты ала). Хай Бин әйтеүенсә, күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн таможня аша үткәрелгән экспонаттарға 2015 йылға тиклем таможня пошлинаһы һалынмай.

Юрий Пустовгаров билдәләүенсә, Палата, дөйөм алғанда республика өсөн бөгөн буш майҙандарҙа эконом класындағы торлаҡ төҙөлөшөн ойоштороу өсөн инвесторҙар эҙләү мәсьәләһе, ауыл хужалығы продукттарын, атап әйткәндә, томат һәм алмаларҙы эшкәртеү өсөн ҡорамалдар һәм технологиялар эҙләү көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Нефть һәм газ секторына кәрәкле ҡорамалдар һәм технологиялар һатып алыу, машиналар эшләү өлкәһендәге төрлө предприятиелар өсөн заманса станоктар ҡайтарыу ҙа мөһим. Бынан тыш, Сауҙа-сәнәғәт палатаһының офисы төҙөләсәк, уның өсөн дә ҡорамалдар һәм төҙөлөш материалдары поставкалау талап ителә. Ошоноң арҡаһында төбәктәр араһындағы хеҙмәттәшлектең айырыуса емешле булыуы ихтимал.

Хай Бин әфәнде һөйләүенсә, Хэйлунцзян провинцияһындағы Дацин ҡалаһы Ҡытай Халыҡ Республикаһында нефть эшкәртеү үҙәгенән һанала. Ойоштороусылар осрашыу өсөн Харбин йәрминкәһенә профилле компаниялар вәкилдәрен саҡыра аласаҡ. Ошо уҡ провинциялағы Цицикар ҡалаһында машиналар эшләү өлкәһендәге предприятиелар тупланған, улар ҙа ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү ҡорамалдарын етештереүселәр һәм поставкалаусылар менән бер рәттән осрашыуға саҡырыла ала.

Осрашыу аҙағында Харбин йәрминкәһе вәкилдәре Башҡортостанға рәсми делегация составында тағы килергә һәм республиканың юл һәм торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә эшләү менән ҡыҙыҡһынған эре инвесторҙарҙы алып килергә йыйыныуҙарын билдәләне. Был мәсьәләләр БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Александр Марьин менән осрашыуҙа ла тикшерелде, тип хәбәр иттеләр БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтендә.

Хай Бин әфәнде БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Харбин йәрминкәһе араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тәҡдиме менән сығыш яһаны һәм, хеҙмәттәшлек итеү тураһында ун Рәсәй төбәгенең сауҙа-сәнәғәт палаталары менән ошондай документтар төҙөлдө, тип билдәләне. Харбин йәрминкәһен ойоштороусылар ҙа 17-18 майҙа Өфөлә үтәсәк «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн үҙҙәренең вәкилдәрен ебәрәсәк.

Белешмә өсөн. Харбин йәрминкәһе төҙөлөш ҡорамалдары һәм материалдары етештереүселәрен һәм поставкалаусыларын тәҡдим итә. 1990 йылда ойошторолғандан алып унда  донъяның 80 иленән һәм төбәгенән 1,8 миллиондан ашыу ҡатнашыусы һәм ҡунаҡ йәлеп ителгән. Бында төҙөлгән килешеүҙәрҙең дөйөм суммаһы 100 миллиард  АҠШ долларынан ашыу сумманы тәшкил иткән. Был инвестициялар буйынса һөйләшеп килешеүҙәр һәм сауҙа биржаһы өсөн халыҡ-ара платформа булып тора. Быйыл йәрминкәлә Рәсәй-Ҡытай сауҙа палатаһы ла ҡатнашасаҡ.