Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Мәскәүҙә туриндустрия профессионалдары өсөн халыҡ-ара күргәҙмә үтә

Иҡтисад

VII «Интурмаркет-2012» халыҡ-ара туристик күргәҙмәһе артынан Мәскәүҙә йәне бер туриндустрия профессионалдары өсөн MITT-2012 халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды. Унда Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, төбәктең Туриндустрия союзы, шулай уҡ республика туроператорҙары ҡатнаша.

MITT күргәҙмәһендә дүрт көн дауамында туризм өлкәһендә төрлө һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар, фекер алышыуҙар ойоштороласаҡ.

Сараның төп айырмаһы шунда: ул туриндустрия профессионалдары өсөн эшлекле аралашыу майҙансығы булып тора. Тап бында туристик баҙарҙа ҡатнашыусылар өр-яңы һәм ҡыҙыҡлы проекттары менән таныштыра.

Мәскәүҙәге туристик күргәҙмәлә донъяның 189 иленән вәкилдәр ҡатнаша. Күргәҙмә сиктәрендә осрашыуҙар, презентациялар, конференциялар планлаштырыла. Алдынғы эксперттар туризм өлкәһендә көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк, яңы йүнәлештәр асасаҡ. Ситтән килеү һәм эске туризмды үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть