5 декабрь, Дүшәмбе

22 март 2012 йыл, 9:36

Бишбүләк районының Михайловка ауылында яңыртылған мәҙәниәт усағы асылды

автор: Римма Солтанова, Әлим Фәйезов

Капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылыуы Бишбүләк районының Михайловака ауылы халҡы өсөн ҙур ваҡиға булды. Үткән быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән клубҡа күптән ремонт талап ителә ине. Республика Хөкүмәте ярҙамы менән ремонт эштәренә аҡса бүленде. Уны тамамлау өсөн район бюджеты ла өҫтәмә средстволар йүнәлтте.

Бинаны ремонтлауға йәмғеһе 3 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителде. Бинаның ҡыйығы яңыртылды, стеналары ремонтланды, пластик тәҙрәләр ҡуйылды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «Комплекс Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төҙөүселәре ҙур күләмдәге эштәр башҡарып сыҡты. Ауыл халҡы клубтың матурлығына, капиталь ремонттың сифатына таң ҡалған. Ауыл халҡы әйтеүенсә, «клубты танырлыҡ түгел». Мәҙәниәт учреждениеһы ысынлап та үҙгәргән: яңы сәхнә, яңы яҡтыртҡыстар, тигеҙ һәм ап-аҡ стеналар күҙҙең яуын ала. Был көндө республика, муниципаль район хакимиәте етәкселәренә бихисап рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Ауыл ветерандары исеменән байрамда ветерандар ойошмаһы рәйесе Анатолий Леонтьев сығыш яһаны. Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин иһә юғары сифатлы ремонт эштәре өсөн төҙөүселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Байрам район мәҙәниәт йорто менән Михайловка ауыл мәҙәниәт йорто коллективтарының берлектәге ҙур концерты менән тамамланды.