9 декабрь, Йома

22 март 2012 йыл, 9:48

Октябрьский ҡала Советы эшкә тотондо

автор: Марина Шумилова

Октябрьский ҡалаһы ҡала округы Советы эшкә тотондо. Ҡала Советындағы 25 депутат араһынан – ике сәйәси партия вәкилдәре (18 берҙәм рәсәйле һәм өс коммунист) һәм дүрт партияһыҙ. Депутаттарҙың уртаса йәше – 45-55 йәш. Ҡала Советы составында – дурт ҡатын. Депутаттар корпусында – учреждение һәм предприятие етәкселәре, медицина, педагогия, спорт өлкәһе вәкилдәре, эшҡыуарҙар һәм пенсионерҙар.

Октябрьский ҡала Советының тәүге ултырышында уның рәйесе итеп – Айҙар Иманғолов, рәйес урынбаҫары – Юрий Корольков, Совет секретары итеп Фәнис Нурғәлиев һайланды. Депутаттар Советтың биш даими комиссияһын раҫланы. Улар — бюджет, һалымдар һәм йыйымдар буйынса; торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, ер, экология һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр мәсьәләләре буйынса; сәнәғәт, транспорт, элемтә, сауҙа һәм халыҡҡа башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса; социаль-гуманитар мәсьәләләр, хоҡуҡи тәртип һаҡлау буйынса; Совет Регламентын үтәү, депутат статусы һәм этикеты буйынса комиссиялар. Совет Президиумы булдырылды.

Совет Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс үткәреү тураһында Положение һәм конкурс комиссияһы составын раҫланы. Конкурс 17 апрелгә билдәләнде.

Октябрьский ҡала Советының тәүге ултырышында Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов, ҡала округы хакимиәте, хоҡуҡ һаҡлау органдары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.